ГӨРГӨРӨЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Мишеҙе й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 574 кеше; 1920 – 679; 1939 – 605; 1959 – 430; 1989 — 209; 2002 – 184; 2010 – 145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңны улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1735 й. Григорьев исеме м-н билдәле (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1791 й. нигеҙләнгән). 1773 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Уҫы даруғаһы Уран улусы Урта Ҡаймаш а. (хәҙ. Яңауыл р-ны Истәк а.) башҡорттары, 1779 й. һәм 1791 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр һәм мишәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 16 йортта 148 кеше иҫәпкә алынған. 1816 й. Г. эргәһендә Гришкино исемле мишәрҙәр торамаһы (4 йортта 39 кеше йәшәгән) билдәләнгән, һуңынан ул Г. м-н бергә иҫәпкә алынған. 1865 й. (хәҙ. исем м‑н) 61 йортта 351 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ, умарт-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне, мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика