ГӨЛӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 14 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 149 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 435 кеше; 1920 – 560; 1939 – 456; 1959 – 304; 1989 – 188; 2002 – 202; 2010 – 181 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м-н аталған, уның улы Күсем Гөлөков билдәле. 1784 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1820 й. Бөрө өйәҙе Мулла а. (хәҙ. Борай р-ны) мишәрҙәре килеп урынлашҡан. 1795 й. 7 йортта 53 кеше йәшәгән, 1865 й. 30 йортта – 256 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, тирмән булған. 1906 й. мәсет,  бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика