Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZOLOTONOSHKA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/Z/ZOLOTONOSHKA.jpg'

ЗОЛОТОНОШКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Түрешле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 424; 1939 — 363; 1959 — 984; 1989 — 613; 2002 — 623; 2010 — 563 кеше. Украиндар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар; украин тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға 1899 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Полтава губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1906 й. Золотоношка ширҡәте булараҡ (земство мәктәбе, бакалея кибете билдәләнгән), 1920 й. Золотонош(ж)ка (Ҡушкүл) исеме м‑н теркәлгән. 50‑се йй. уртаһында З. 20 б. башында нигеҙләнгән Деевка, Кесе Деевка (Я.Т.Ткаченконың тыуған ауылы), Полтавка аа. ҡушылған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика