ГОРЧАКИ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Мәкәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й.— 206 кеше; 1939 – 267; 1959 – 153; 1989 – 85; 2002 – 114; 2010 — 120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәкәш урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә немецтар нигеҙ һала. 1917 й. Горчаковский утары булараҡ теркәлгән, 13 йортта 111 кеше (немецтар һәм украиндар) йәшәгән, 1920 й. – ҡасаба. 30-сы йй. алып 1-се Горчаки һәм 2-се Горчаки аа. иҫәпкә алынған. 50-се йй. аҙ. улар ҡушылғандан һуң, хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика