ГОРНЫЙ КЛЮЧ, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Бахмут а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.-Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ҡуяныш й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 177 кеше; 1959 – 189; 1989 – 131; 2002 – 143; 2010 — 113 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ  пункты  бар.

Ауылға 20 б. 30-сы йй. Көйөргәҙе с‑зы ойошторолған ваҡытта совхоздың Баян фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50-се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

А.М.Нәсибуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика