ЗНАМЕНКА, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Знаменка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Глуховская т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Кутузин й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 578 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 1126; 1959 — 2382; 1989 — 1755; 2002 — 2043; 2010 — 1879 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). З. “Знаменский” тоҡомло ҡошсолоҡ совхозы, Бәләбәй спирт‑араҡы комбинатының спирт заводы урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Пресвятая Богородица Знамениеһы, 20 б. башы архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Өҫән‑Ивановка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Знаменское, Кутуза исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 94 йортта 487 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, мискә яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1856 й. төҙөлгән), училище, май һығыу оҫтаханаһы булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, Деевтарҙың 57‑се һанлы Знаменка шарап ҡыуыу заводы, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 50‑се йй. аҙ. ауылға 20 б. 20‑се йй. нигеҙ һалынған 3‑сө Знаменка а., Краснознаменка с‑зы, Краснознаменка спирт заводы (Осокиндарҙың элекке шарап ҡыуыу заводы) аа. ҡушыла. Деевтарҙың элекке усадьбаһы биналары комплексы (кирбестән, 20 б. башы) — мәҙәни мираҫ объекты.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика