ГОНЧАРОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Гончаровка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 8 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 42 кеше; 1920 – 73; 1939 – 34; 1959 – 267; 1989 – 1087; 2002 – 971; 2010 — 1020 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Г. автотранспорт пр‑тиеһы, “Агроснаб” район берекмәһе, “Монтажсы” МУП‑ы, “Агросервис” РТП ЯСЙ, “Гончаровка МТС‑ы” ЯСЙ урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Натальинский утарҙары (Йәшергәнбаш; 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Натальевский ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән) кешеләре нигеҙ һала. 1920 й. Натальевка а. булараҡ иҫәпкә алынған, 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 50‑се йй. аҙағында (хәҙ. статусында) Г. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Фёдоровка МТС‑ы ҡасабаһы ҡушыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика