ЗНАМЕНКА, 1-се Яңы Знаменка, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Керәүле‑Илюшкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Керәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 394 кеше; 1920 — 439; 1939 — 437; 1959 — 272; 1989 — 150; 2002 — 117; 2010 — 88 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә Новознаменка исеме м‑н нигеҙ һалына. 1891 й. 72 йортта 380 кеше йәшәгән. 20 б. 20‑се йй. 1‑се Яңы Знаменка булараҡ теркәлгән. 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика