ГЛУХОВСКАЯ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Бәләбәй р‑нында, Шаровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 102 кеше; 1939 – 173; 1959 – 221; 1989 – 157; 2002 – 138; 2010 – 93 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға 1892 й. Бәләбәй өйәҙендә Һамар‑Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлын төҙөгән ваҡытта Глуховская (ер хужаһы ген.‑майор А.И.Глуховский фамилияһы б‑са) станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Халҡы 1917 й. (21 йортта 100 кеше йәшәгән) тиклем ш. уҡ өйәҙҙең Булановка ҡасабаһы халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика