ҒӘЛИӘХМӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й.  — 95 кеше; 1959 — 206; 1989 — 565; 2002 — 498; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Аҡъюл һәм Ғәлекәй аа. кешеләре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ғәлиәхмәт Ишемғолов исеме м‑н аталған. Ф.Я.Аҡылов, И.Ҡ.Илбәков ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.