ҒӘЛИӘХМӘР, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 67 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Миндәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 367 кеше; 1920 — 379; 1939 — 351; 1959 — 201; 1989 — 80; 2002 — 118; 2010 — 124 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (17 йортта 96 кеше йәшәгән). 1866 й. Ғ. (Әхмәр, Ғәли, Долино) исеме м‑н теркәлгән, 61 йортта 279 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. М.М.Минһажетдинова ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика