ЕРЕМЙӘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 12 км алыҫлыҡта Еремйә й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 317; 1939 — 349; 1959 — 327; 1989 — 190; 2002 — 173; 2010 — 196 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡсәйет урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1811 й. һәм 1815 й. араһында Бөрө өйәҙенең Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 20 йортта 111 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика