ҒӘЛИӘКБӘР, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ғәлиәкбәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 178 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 216 кеше; 1920 — 337; 1939 — 231; 1959 — 365; 1989 — 492; 2002 — 470; 2010 — 483 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1850 й. һәм 1859 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Темәс а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле). Тәүге төпләнеүсе Ғәлиәкбәр Әбделмөҡминов исеме м‑н аталған. 1866 й. 20 йортта 162 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. И.Ә.Ғәбитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика