ҒӘЗИЗ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 14 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 58 кеше; 1989 — 104; 2002 — 114; 2010 — 74 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ибрай төп мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” Бөтә Союз дәүләт берләшмәһе Башҡ‑н контораһының Ибрай базаһы ойошторолғас, Заготскот базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. аҙ. ҡасабаға 30-сы йй. нигеҙләнгән Ғәзиз утары ҡушыла. 1997 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика