ҒӘҘЕЛГӘРӘЙ, Бөрйән р-нындағы ауыл, Кейекбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 32 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 175 км алыҫлыҡта Шүлгән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Алтын Солоҡ заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 354 кеше; 1920 — 447; 1939 — 150; 1959 — 129; 1989 — 403; 2002 — 441; 2010 — 435 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ырғыҙлы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле. Шулай уҡ Әҙелгәрәй (Шүлгән) исеме м‑н теркәлгән. 1866 й. 21 йортта 271 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауыл эргәһендә Шүлгәнташ, Күлйорттамаҡ мәмерйәһе урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика