ЗИНИН, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Октябрь р‑нының Нуғай а/с ҡарай. Ҡаланан һәм Өфө т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 314 кеше; 1920 — 499; 1939 — 640; 1959 — 412; 1989 — 210; 2002 — 301; 2010 — 369 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 17 б. башында Артемьевтар уларға бүләк итеп бирелгән ерҙәрҙә нигеҙ һала. Был ерҙәрҙе М.Г.Сумарокованан (ҡыҙ сағында Артемьева) 1757 й. купчий ҡағыҙы б‑са полк. И.И.Сумароков һатып ала, 1785 й. полк. Н.И.Сумароков секунд‑майор Ф.А.Зенинға һата. 1865 й. З. (Лухин, Панков, Лосенков) 34 йортта 205 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1992 й. Өфө р‑нының Нуғай а/с ҡараған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика