ЕГЕТӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 352 кеше; 1920 — 456; 1939 — 426; 1959 — 367; 1989 — 246; 2002 — 240; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Собханғол а. (хәҙ. Иҫке Собханғол а.) типтәрҙәре Зиштәк исеме м‑н нигеҙ һала (1816 й. 3 йортта 6 ир-ат иҫәпкә алынған); башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. уртаһында нигеҙ һалына. 1865 й. (Собханғол а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған, тип фараз ителә) 40 йортта 392 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете булған. 1920 й. Зиштәк (Сопханғол) булараҡ теркәлгән. Ҡ.М.Ғарифуллин ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика