ҒӘФҮР, Туймазы р-нындағы ауыл, Ғәфүр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1580 кеше; 1920 – 1735; 1939 – 1507; 1959 – 1112; 1989 – 939; 2002 – 990; 2010 – 1083 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Спорт‑күңел асыу йәштәр үҙәге бар.

Ауылға 1780 й. керҙәшлек килешеүе б-са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Муса а. (хәҙ. Мәләүез р-ны Иҫке Муса а.) башҡорттары Ҡарамалы-Вәлит исеме м-н нигеҙ һала. Бында 1780 й., 1784 й. ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы Ештәк (Егетәк), Ҡаран-Бишенде, Уяҙытамаҡ, Мулла (хәҙ. Октябрьский ҡ. эсендә) аа. яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) күсеп ултыра. 1795 й. 13 йортта 102 кеше йәшәгән, 1865 й. 95 йортта – 716 кеше. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, ел тирмәне, тимерлек, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1931 й. алып хәҙ. исемен (беренсе колхоз рәйесе Ғ.Ғәфүров хөрмәтенә) йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика