ГӘРӘБАШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 885 кеше; 1920 — 991; 1939 — 954; 1959 — 829; 1989 — 678; 2002 — 570; 2010 — 446 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Шулған урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто,китапхана, мәсет бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. 1795 й. 65 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 69 йортта — 512 кеше (аҫаба башҡорттар м‑н бергә). Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет (1887 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 2‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.М.Вәлиева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на башкирском языке

Яндекс.Метрика