ГАВРИЛОВКА, Фёдоровка р-нындағы ауыл, Бала Сытырман а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 684 кеше; 1920 – 799; 1939 – 529; 1959 – 356; 1989 – 194; 2002 – 214; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бала Сытырман урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусының Түбәнге һәм Үрге Аллағыуат аа. (хәҙ. Стәрлебаш р-ны) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1866 й. керҙәшлек килешеүе б‑са (1895 й. купчий ҡағыҙы төҙөлгән) крәҫтиән реформаһынан һуң үҙҙәренә тейешле булған ер бүлеменән баш тартҡан элекке алпауыт крәҫтиәндәре Гавриловский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1896 й. Г. (Гавриловский, Аллағыуат) 53 йортта 406 кеше йәшәгән. 1906 й. (хәҙ. статуста) бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика