ЗӘЙЕТ, Ауырғазы р-нындағы ауыл, Терәпә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 23 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 465 кеше; 1920 — 570; 1939 — 479; 1959 — 385; 1989 — 263; 2002 — 200; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Бишул-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1634 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 18 б. аҙ. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр күсеп ултыра. 1865 й. З. (Күҙйылғала) 41 йортта 231 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика