ГАВРИЛОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Иртөбәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Мрәүешле й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 530 кеше; 1920 – 883; 1939 – 486; 1959 – 210; 1989 – 87; 2002 – 100; 2010 — 76 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Йомағужа урта мәктәбе №1 филиалы) бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә сыуаш крәҫтиәндәре элекке Таҡыябаш утары (ш. уҡ өйәҙҙең Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы Ялсы ауылының бүлендеге) урынында Гавриловский утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 56 йортта 406 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 30-сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика