ЗӘЙЕТ, Архангел р-нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 15 км һәм Приуралье т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Ҡыҫынты й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 688 кеше; 1959 — 534; 1989 — 263; 2002 — 289; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1906 й. һәм 1914 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 1925 й. Зәйет утары (11 йорт) исеме м‑н иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.