ВЯЗОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 8 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 591 кеше; 1959 – 606; 1989 – 503; 2002 – 613; 2010 — 504 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Кәлтәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1925 й. 62 йорт теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика