ВПЕРЁД, Дәүләкән р‑нындағы ауыл,  Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән  һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс.  табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан.  Халҡы: 1939 й. — 230 кеше; 1959 —  408; 1989 — 814; 2002 — 985; 2010 —  957 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар  йәшәй (2002). Халҡы “Ҡаҙанғол”  тәжрибә‑производство хужалығында  эшләй. Урта мәктәп, балалар  баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 

Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантонында  ш. уҡ кантондың Поляковка а. кешеләре  Михайловка (тәүге төпләнеүсе  Михаил Зубарев исеменән) исеме м‑н  бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.  1925 й. 12 йорт теркәлгән. 30‑сы йй.  башында Дәүләкән с‑зы ойошторолоуға бәйле, с‑здың Ҡаҙанғол бүлексәһе  ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған;  1935 й. алып Ҡаҙанғол с‑зының  Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы. 1954 й.  башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й.  хәҙ. статусын ала.

Т.М.Глазкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика