ВОТИКЕЕВ, ауыл, 1991 й. алып Өфө  составында, Орджоникидзе р‑нының  Яңы Черкассы а/с ҡарай. Өфөнән  Т.‑Көнс. 25 км һәм Черниковка т. юл  ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта  Черкассы й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. —  841 кеше; 1920 — 1037; 1939 — 807;  1959 — 563; 1989 — 175; 2002 — 236;  2010 — 286 кеше. Урыҫтар йәшәй  (2002). 

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусында  дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ  һала, 1701 й. алып Атикеев исеме м‑н  билдәле. 1761 й. 76 ир‑ат иҫәпкә алынған.  Шулай уҡ Вати(я)кеев/Воти(я)кеев  исеме м‑н теркәлгән. 1865 й.  102 йортта 589 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н  шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 1 шарап һәм  2 бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән. 1991 й. Өфө р‑нының Яңы Черкассы а/с ҡараған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика