ЗЕЛЁНЫЙ КЛИН, Әлшәй р-нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 139 кеше; 1959 – 200; 1989 – 421; 2002 – 404; 2010 – 378 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1920 й. һуң (1925 й. 26 йорт теркәлгән) Бәләбәй кантонында Зелёный Клин ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. алып Ҡыҙыл с‑зының Зелёный Клин бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика