ЗЕЛЁНАЯ ПОЛЯНА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Яҡтыкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 155; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. аҙ. марганец мәғдәндәре ятҡылығын эшкәртә башлағандан һуң нигеҙ һалына (халҡы Күсем руднигы ҡасабаһы халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған). 1994 й. ҡасаба булараҡ теркәлгән (146 кеше). 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика