ЗАРЯ, Архангел р-нындағы ауыл, Арх-Латыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 18 км һәм Приуралье т. юл ст. К.-Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 407 кеше; 1989 – 423; 2002 – 364; 2010 – 294 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 40-сы йй. Горный, Максим Горький, Победа аа. эргәһендә ҡасаба булараҡ Архангел‑Латыш ауыл йәмғиәте утарҙары (19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Курляндия һәм Лифляндия губ. күсеп килеүселәр граф Коссаковскийҙың биләмә идараһы һатып алған ерҙәрҙә нигеҙ һала) урынында барлыҡҡа килә. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика