ВОСТОЧНЫЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡашҡалаша а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Табылдыҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 152 кеше; 1959 — 211; 1989 — 307; 2002 — 276; 2010 — 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡашҡалаша урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға, 20 б. 30‑сы йй. БашЦИК ис. с‑з ойошторолоуға бәйле, с‑здың Восточный бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына; 70‑се йй. алып — “Благоварский” с‑зының Восточный бүлексәһе ҡасабаһы, 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

 Ә.Р.Ғайсин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.