ЗАРЕЧНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 3 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 42 кеше; 1989 — 127; 2002 — 99; 2010 — 106 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Благовар” с‑зының һимертеү базаһын ойошторған ваҡытта Заготскот ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1991 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика