ЗАЛИВНОЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 299 кеше; 1989 — 389; 2002 — 403; 2010 — 401 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Наумовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1933 й. Стәрлетамаҡ ҡ. пр‑тиеларының һәм учреждениеларының ярҙамсы хужалыҡтары ойошторолғандан һуң нигеҙ һалына. 1978 й. алып район составында хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика