ВОСТОЧНЫЙ, Бүздәк р‑нындағы  ауыл, Бүздәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән  һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс.  табан 14 км алыҫлыҡта, Һамар—  Өфө—Силәбе автомобиль юлында  урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 81 кеше;  1959 — 252; 1989 — 416; 2002 —  427; 2010 — 421 кеше. Татарҙар, башҡорттар  йәшәй (2002). Урта мәктәп,  балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ  пункты, клуб, китапхана бар. 

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Бүздәк с‑зын  ойошторғанда с‑з бүлексәһе ҡасабаһы  булараҡ нигеҙ һалына, 50‑се йй. алып  Бүздәк с‑зының Көнсығыш бүлексәһе  ҡасабаһы, 70‑се йй. — Уртакүл  с‑зының Көнсығыш бүлексәһе ҡасабаһы.  2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й.  башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.Й.Ғәҙелшина

Текст на русском языке

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018