ЗАЙЦЕВ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 23 км алыҫлыҡта Ваня й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 973 кеше; 1920 — 819; 1939 — 687; 1959 — 485; 1989 — 344; 2002 — 392; 2010 — 315 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 13 йортта 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 465 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. часовня, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика