ВОСКРЕСЕНСК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Воскресенск а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Тор й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4117 кеше; 1920 — 4207; 1939 — 5331; 1959 — 3667; 1989 — 2026; 2002 — 1988; 2010 — 1817 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Воскресенск урта мәктәбе, коррекция мәктәп‑интернаты, сәнғәт мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, Воскресенск картиналар галереяһы, Воскресение сиркәүе бар. Ауылға 18 б. уртаһында Воскресенка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 424 йортта 3143 кеше йәшәгән. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1795 й. төҙөлгән), училище булған. 1906 й. ш. уҡ ҡыҙ балалар земство мәктәбе, земство дауаханаһы, 3 һыу тирмәне, 5 тимерлек, телеграф бүлеге, 1 шарап, 2 һыра, 2 мануфактура һәм 8 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1919— 22 йй. — Юрматы кантонының, 1937—56 йй. Воскресенск районының адм. үҙәге. 1980 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. В.В.Девликамов, С.Ғ.Зөбәйеров, В.Г.Кузнецова, А.М.Немчинов, В.Ф.Пустарнаков, А.Ф.Рябов, Р.Н.Хлёсткин ошо ауылда тыуған.

И.Э.Мөхәмәтнуров, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Мәләүез р-ны Воскресенск ауылы

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика