ВОСКРЕСЕНСК, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Заречье а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Ужа й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 300 кеше; 1920 — 638; 1939 — 628; 1959 — 509; 1989 — 539; 2002 — 651; 2010 — 629 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Уртамәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Соц.‑мәҙәни үҙәк бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1866 й. алып Воскресенский утары булараҡ билдәле (35 йортта 166 кеше йәшәгән). 20 б. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Н.В.Браун ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика