“АГРОСТРОЙМЕХАНИЗАЦИЯ”, төҙөлөш ойошмаларына башнялы, сылбырлы, пневмотәгәрмәсле крандар, автогидрокүтәргестәр, ер ҡаҙыусы һ.б. техника биреүсе, автотранспортты, йөк күтәреү крандарын һәм төҙөлөш механизмдарын ремонтлаусы һәм хеҙмәтләндереүсе, башнялы крандарҙы монтажлаусы һәм күсереп йөрөтөүсе пр‑тие. 1986 й. Өфөлә 1226‑сы махсус ПМК төҙөлөш эштәре механизацияһы идаралығы м‑н ҡушылғас “Башагропромстрой” берекмәһенең “Шаҡша” механизация идаралығына нигеҙ һалына. 1994 й. алып “Башсельстрой” ААЙ‑ның “А.” бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. — ДУП, 2009 й. ябыла. 1999 й. 72 кеше эшләгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018