ЗАГОРСКИЙ, Өфө р‑нындағы ауыл, Чесноковка а/с ҡарай. Өфөнән К. 15 км һәм Өршәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 132 кеше; 1959 — 359; 1989 — 155; 2002 — 161; 2010 — 272 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1933 й. Башҡ‑н берләштерелгән дәүләт сәйәсәт идаралығының ярҙамсы хужалығы ойошторолғандан һуң нигеҙ һалына. 1939 й. БАССР-ҙың Эске эштәр ХК техник‑производство бүлегенең ауыл хужалығы базаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке