ЗАГОРОДНЫЙ, Стәрлетамаҡ р-нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 185 кеше; 1989 — 1109; 2002 — 1670; 2010 — 2188 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). З. “Агротехсервис” ААЙ, район үҫемлектәр һаҡлау станцияһы, “Стерлитамакрайсельхозхимия” МУП‑ы һәм “Стерлитамаксельэнерго” ЯСЙ, Стәрлетамаҡ район‑ара тоҡомсолоҡ пр‑тиеһы урынлашҡан; балалар баҡсаһы, үҙәк район мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр халыҡ коллективы) һәм китапханаһы бар.

Ауылға 1948 й. Стәрлетамаҡ МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1958 й. алып Стәрлетамаҡ РТС‑ы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1993 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика