ВОЛОСТНОВКА, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 43 кеше; 1920 — 491; 1939 — 372; 1959 — 368; 1989 — 447; 2002 — 491; 2010 — 423 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға Крәҫтиән реформаһынан һуң Ырымбур өйәҙендә Волостнов утары булараҡ нигеҙ һалына. 1891 й. 10 йортта 64 кеше йәшәгән. 1920 й. Волостновский а. булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика