ЗАГОРНЫЕ КЛЕТЬЯ, Шаран р-нындағы ауыл, Дмитриева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 306 кеше; 1920 — 355; 1939 — 341; 1959 — 156; 1989 — 87; 2002 — 130; 2010 — 94 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, 1865 й. алып Загорная Клетья исеме м‑н билдәле (22 йортта 89 кеше йәшәгән). Игенселек, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәктәп булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика