ВОИНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 10 кеше; 1920 — 136; 1939 — 217; 1959 — 200; 1989 — 95; 2002 — 130; 2010 — 108 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға апалы‑һеңлеле М.Л. Кублицкая һәм А.Л.Воинова 1793 й. купчий ҡағыҙы б‑са Ырымбур корпусы докторы Ф.И.Зандендан һатып алған ерҙәрҙә (ул ерҙәрҙе 1787 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттарынан стат советнигы А.И.Чириков һатып ала һәм ш. уҡ йылда Ф.И.Занденға бүләк итә) нигеҙ һалына. 1800 й. Шадринск өйәҙенән С.А.Воиновтың крепостной крәҫтиәндәре урынлаштырыла. 1865 й. 2 йортта 7 кеше йәшәгән. 1887 й. нигеҙләнгән Зубовка а. ҡушылғандан һуң, 20 б. 20‑се йй. В. (Зубовка) булараҡ теркәлгән, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика