ВОЗНЕСЕНКА, К и н й ә к ә й, Учалы р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 65 км һәм Ҡорама т. юл ст. Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Кинйәкәй й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2177 кеше; 1920 — 3421; 1939 — 2142; 1959 — 1123; 1989 — 496; 2002 — 450; 2010 — 410 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Поляковка урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Вознесение сиркәүе бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Троицк өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәбаҡыр мәғдәне һәм алтын ятҡылыҡтарын эшкәртә башлауға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. Вознесенский (Кинйәкәй) а. булараҡ теркәлгән, 240 йортта 1323 кеше йәшәгән. Баҡыр мәғдәне, алтын сығарыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, мәктәп булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1900 й. ш. уҡ ирҙәр министрлыҡ мәктәбе һәм ҡыҙҙар сиркәүмәхәллә мәктәбе теркәлгән. В. эргәһендәге Ҡарағай күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Н.Г.Назаров ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика