ВОЗНЕСЕНКА, Дыуан р‑нындағы ауыл, Вознесенка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 47 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4639 кеше; 1920 — 2135; 1939 — 1263; 1959 — 1431; 1989 — 1100; 2002 — 1220; 2010 — 1217 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Неунывашки” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар. Ауылға Троицк өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1865 й. (йорттар һәм йәшәүселәр һаны иҫәпкә алынмаған) Мусихинский бүлендек ауылы (тәүге төпләнеүсе З.П.Мусихин фамилияһынан) булараҡ билдәләнгән. Шулай уҡ Хива исеме м‑н теркәлгән. Халҡы игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгән. 19 б. аҙ. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. Таҙтүбә а. м‑н бергә иҫәпкә алынған; 2 сиркәү (1823 й. һәм 1896 й. төҙөлгән), 3 сиркәүмәхәллә мәктәбе, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, поташ заводы, арҡан ишеү һәм һабын ҡайнатыу оҫтаханалары, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән; шөғөлдәр араһында һөнәрселек кәсебе булған. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. В. янындағы Таҙтүбә тауы һәм Ҡарашар һаҙлығы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика