АГРОНОМИЯ (агро... һәм гр. nomos — ҡанун), а.х. культураларын үҫтереү, тупраҡтың уңдырышлылығын һәм уңыш биреүсәнлеген күтәреү, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. А. игенселек, агрохимия, үҫемлекселек, селекция, орлоҡсолоҡ, фитопатология, энтомологияны һ.б. үҙ эсенә ала.

Башҡортостанда А. 19 б. аҙ., Благовещен (1894), Бөрө (1896), Аксёнов (1898), Пестровка (1899) һәм Минзәлә а.х. мәктәбе эргәһендә (1899) тәүге тәж. баҫыуҙары ойошторолғас, формалаша башлай. Земство агрономдары ашламаларҙың мал аҙығы үләндәренең, иген культураларының уңдырышлылығына йоғонтоһон, ер эшкәртеү ысулдарын, орлоҡ сәсеү ваҡытын һәм нормаһын һ.б. өйрәнә. А.х. культураларының агротехникаһы б‑са тикшеренеүҙәр 1912 й. Шишмә а.х. тәжрибә ст. (ҡара: Шишмә тәжрибә‑производство хужалығы) башлана. А. б‑са фәнни тикшеренеү эштәре 30—50‑се йй. Шишмә селекция, Башҡ‑н баҫыусылыҡ фәнни‑тикшеренеү ст. һәм Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында алып барыла. 20 б. 2‑се ярт. алып А. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында, Аграр университетта, Биология институтында үткәрелә. Тупраҡты төп һәм сәсеү алдынан эшкәртеү ысулдары, ҡара һәм сәсеүле пар баҫыуыҙарын әҙерләү технологиялары, сәсеү әйләнешенең рациональ схемалары, ашлама һәм пестицидтар ҡулланыуҙың иң ҡулай ысулдары һәм дозалары һ.б. уйлап табыла. Респ. а.х. производствоһына картуф, көнбағыш, арыш, шәкәр сөгөлдөрө, мал аҙығы, йәшелсә, емеш культураларын үҫтереүҙең, болон һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртыуҙың адаптив технологиялары индерелә; а.х. культураларының яңы сорттары сығарыла. БР‑ҙа А. фәне үҫеше Н.Р.Бәхтизин, В.К.Ғирфанов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р.Р.Исмәғилев, С.А.Ҡунаҡбаев, Г.Н.Лысак, С.Н.Тайсинов, Й.А.Усманов, В.Х.Хангилдин, Х.Ҡ.Хәсәнов һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018