ВОЗНЕСЕНКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 390 кеше; 1939 — 435; 1959 — 251; 1989 — 114; 2002 — 140; 2010 — 181 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә Рязань, Пенза губ. крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Вознесение дини байрамы (ҡара: Ун ике байрам) хөрмәтенә аталған. 

Р.Й.Ғәҙелшина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.