ВОЗДВИЖЕНКА, Ҡ а ш ҡ а р, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 36 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 451 кеше; 1939 — 425; 1959 — 258; 1989 — 338; 2002 — 331; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Маҡан урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 1898 й. Орск өйәҙе Түңгәүер улусы Ҡашҡар а. (хәҙ. Йылайыр р‑ны) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Таврия, Херсон һәм Чернигов губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1920 й. Яңы Воздвиженка (Ҡашҡар) утары булараҡ теркәлгән. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Попковский күлдәре һәм Суҡраҡ сейәлеге — тәбиғәт ҡомартҡылары.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика