ВОЗДВИЖЕНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Воздвиженка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 191 кеше; 1920 — 333; 1939 — 510; 1959 — 391; 1989 — 434; 2002 — 48; 2010 — 362 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙе Мең улусында Померания (фаразланыуынса, алпауыт Померанцевтарҙың фамилияһы б‑са) исеме м‑н алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. Воздвиженский (Померания) исеме мн теркәлгән, 72 йортта 379 кеше йәшәгән. Игенселек, малсҡ, умартҡ мн шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 1 буяу һәм 8 май һығыу оҫтаханаһы, 2 һыу тирмәне булған. Крәҫтиән реформаһынан һуң ауыл крәҫтиәндәренең бер өлөшө, үҙҙәренә тейеш булған ер бүлеменән баш тартып, В. эргәһендә алпауыттан ҡуртымға алынған ерҙә Губернаторовка а. нигеҙ һала, 1896 й. ҡарата был ауыл В. мн бергә Воздвиженский (Губернаторовка) булараҡ иҫәпкә алынған. 1906 й. сиркәү, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Е.И.Гирко ошо ауылда тыуған.

Г.Ә.Ситдиҡова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика