ВЕЯЛОЧНЫЙ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әңгәсәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 124 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 14 кеше; 1939 — 38; 1959 — 395; 1989 — 200; 2002 — 195; 2010 — 189 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 19 б. Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. Е.А.Сафронов утары булараҡ теркәлгән (15 кеше йәшәгән, поташ з‑ды булған). 30‑сы йй. алып — Урындағы сәнәғәттең урман з‑ды ҡасабаһы, 50‑се йй. аҙ. Елгәргестәр заводы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ф.Ғөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018