ЗАБЕЛЬСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Алатана й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 298 кеше; 1920 — 344; 1939 — 586; 1959 — 318; 1989 — 188; 2002 — 212; 2010 — 200 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Алатана урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. Ҡазан губернаһының Чистай өйәҙенән крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Урыҫ Алатанаһы исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. З. (Алатана) исеме м‑н теркәлгән, 36 йортта 220 кеше йәшәгән. Шарап ҡыуыу һәм поташ заводтары булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика